Бөгөн Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков менән видеобәйләнеш режимы буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда һүҙ М-7 трассаһын төҙөү һәм реконструкциялау тураһында барҙы.
М-7 «Волга» трассаһы мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булған «Көнбайыш-Көнсығыш» ҙур транспорт коридорының бер өлөшө. Алдағы ҡыш эштең байтаҡ өлөшөн башҡарыу бурысы тора. 2025 йылға тиклем федераль бюджет параметрҙары раҫланғандан һуң трасса төҙөлөшөнә аҡса йәлеп итеүҙе тиҙләтергә уйлайбыҙ, тине Федераль юл агентлығы етәксеһе.
Бөгөн Башҡортостанда бик күп транспорт проекттары ғәмәлгә ашырыла. Шул уҡ ваҡытта М-7 автомобиль юлын модернизациялау илдәге иң эре инфрастурктура объекттарының береһе. Радий Хәбиров төбәктең әлеге күләмле һәм республика өсөн әһәмиәтле проектын тормошҡа ашырыуға әҙер булыуын билдәләне.
Федераль трассаның яңы участкаһы 65 километр тәшкил итә. Ул Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондарын үҙ эсенә алып, Исәмәт, Үрге Йәркәй, Лаяшты, Ишҡар һәм Әсән ауылдарын урап үтәсәк. Реконструкция эштәренең төп этабы киләһе йыл башҡарылып, 2024 йылда тамамланыр тип көтөлә.
Илдар Байбулатов