Башҡортостандан Доставалов исемендәге батальон яугирҙарына гуманитар ылау юлға сыға

5 йөк автомобиленә хәрби шарттарҙа талап ителгән әйберҙәр тейәлгән.

Көнкүреш кәрәк-яраҡтары, медицина препараттары, аҙыҡ-түлекте туплауға республика предприятиелары ла, ябай халыҡ та үҙ өлөшөн индергән. Яугирҙарҙың ғаиләләре лә үҙҙәренең яҡындарына күстәнәс һалған. Хәйриә акцияһынан БЮТ хәбәрселәре лә ситтә ҡалманы. Был хаҡта Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һуңғы көндәрҙә «Башсельхозтехника» предприятиеһынан кеше өҙөлмәй. Ҡеүәтле сәнәғәт компаниялары, сауҙа үҙәктәре вәкилдәре лә, ябай кешеләр ҙә килә. Бөтәһен дә уртаҡ маҡсат бәйләй – Башҡортостан егеттәренән тупланған Доставалов батальонына гуманитар ярҙам күрһәтеү. Әле кәрәк-яраҡтар тулыһынса тупланған.

Келәттә квадрокоптер, яҡтыртыу ҡоролмаһы кеүек әйберҙәрҙе лә, эш ҡоралдарын да, кейем-һалымды ла, хатта музыка инструменттарын да күрергә мөмкин. Ылау Доставалов батальонындағы егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып йыйылған.

Ил төкөрһә күл була тигән һымаҡ, гуманитар ярҙамды туплауға тотош республика халыҡ ҡушылды. Хәйриә акцияһына беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә булдыҡ. Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлектән күстәнәс йыйҙыҡ.

Яугирҙарҙың ғаиләләре лә яҡындары өсөн күстәнәстәр әҙерләгән. Ҡатындары әйтеүенсә, улар алғы һыҙыҡтағыларға бар яҡлап та терәк-таяныс булырға, ҡеүәтләп торорға тырыша. Еңеү өсөн тыл ныҡ булырға тейеш, ти улар.

Яугир ҡатыны булыу – ғорурлыҡ та яуаплылыҡта, ул рухи ныҡлыҡ та, көс тә талап итә. Минең кәйефемә иремдең кәйефе бәйле, шуға уны хуплап, дәртләндереп кенә торам, ваҡ һорауҙар менән борсомаҫҡа, кәйефен төшөрмәҫкә тырышам. 4 балабыҙ бар, өлкәндәре хәлде яҡшы аңлай, бар яҡлап та терәк-таяныс булырға тырыша. Ә бына кинйәкәйебеҙгә 4 кенә йәш, ул, атай командировкаға китте, ти.

Яугирҙың ҡатыны

Гуманитар ылау иртәгә ҡуҙғала. Йөк автомобилдәре водителдәре алдында алыҫ һәм хәүефле сәфәр тора, бөтәһе 40 сәғәт тирәһе юлда барырға кәрәк. Колоннаны ҡотҡарыусылар оҙатып бара.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, был гуманитар ылау яҡташтарабыҙға кәрәк-яраҡ ҡына түгел, тыуған яҡ йылыһын да алып барып еткерергә тейеш. Йәкшәмбе республиканан Шайморатов батальоны егеттәренә лә гуманитар йөк оҙатылған. Яҡын арала тағы ла ҡышҡы кейемдәр менән яңы ылау туплау күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова