Изге башланғыс менән социаль селтәрҙәр аша туҡымалар магазины етәксеһе Мария Нассонова сыҡҡайны.
Ул мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙе махсус туҡыма менән тәьмин иткән. Тегелгән әҙер әйберҙәр төргәккә һалына. Шулай уҡ уларҙың һәр ҡайһыһына открыткалар беркетелә.
Унда Өфө районы Зубов һәм Нижегородка ауылы мәктәптәре уҡыусылары тарафынан хәрбиҙәргә теләктәр яҙылған, һүрәттәр төшөрөлгән. Гуманитар ярҙам волонтерҙар көсө менән иртәгә Донецк халыҡ республикаһына йүнәлтелә.
Гөлназ Хәйбуллина