Эште бөтөнләй ябырғамы, әллә бизнес менән идара итеүҙе икенсе кешегә тапшырырғамы...
Һорау бөгөн өлөшләтә мобилизация шарттарында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға арналған ултырышта күтәрелде. Яңы законға ярашлы, мобилизацияға саҡырылыусы йүнсел 7 көн эсендә бизнесҡа ҡағылышлы эштәрен тамамларға бурыслы. Әммә эшселәре күп булған ҙур предприятены ошо ваҡыт арауығында ябыу, йә икенсе кешегә идараға ҡалдырыу еңелдән түгел.
Быға бәйле закондар системаһына үҙгәрештәр индереү тураһында Башҡортостан эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле эргәһендәге Йәмәғәт эксперт советы ултырышында тикшерелде.
Лилиә Мәҡсүтова