Бүздәк, Благовар райондарында ла мобилизацияланған ир-егеттәр тактик әҙерлек һәм яу яланында медицина ярҙамы алымдарын өйрәнде, йәштәрҙе йәш армиясылар сафына алыу тантанаһында ҡатнашты. Бүздәк районында ир-егеттәрҙе оҙатыу сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
Благовар һәм Бүздәк райондарын берләштергән хәрби комиссариат алдына мобилизацияға юлланған яҡындарын оҙатыуға республиканың төрлө төбәктәренән туғандары, таныштары йыйылған. Илебеҙҙе яҡлаусы ир-егеттәребеҙгә әсәләрҙән, туған-тыумасаларынан изге доғалар, теләктәр яңғырай.
Мобилизацияланыусыларҙың яртыһы повестка тапшырыуҙарын көтөп тормаған, Бүздәк һәм Благовар районы хәрби комиссариатына махсус операцияға ебәреүҙәрҙәрен һорап ғариза яҙған. Ир-егеттәр ил именлеге өсөн ҡулына ҡорал ала.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң, мобилизацияланыусылар алдында ике райондың хәрби комиссары Вадим Ғүмәров сығыш яһаны. Ир-егеттәргә тыуған илебеҙгә янаған ҡара көстәрҙе еңеп, ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Благовар, Бүздәк райондары хакимиәт башлыҡтары берҙәмлек, рухи көс теләне. Хакимиәттәр, эшҡыуарҙар, хәрбиҙәрҙең йәмәғәт ойошмалары тарафынан ил һаҡсылары көндәлек гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, хатта рациялар менән тәьмин ителгән.
Мобилизацияланыусы ир-егеттәр яу аланында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, тактик әҙерлек күнекмәләрен үткән. Ауыр ҙа, яуаплы ла хәрби юлға баҫыусылар өсөн бындай күнекмәләр рух ныҡлығын да өҫтәгән.
Мобилизацияланыусыларға тәғәйенләнгән биштәрҙәр автобусҡа индерелде. Яҡындарын, һөйгән йәрҙәрен, туғандарын оҙатыусыларға хушлашыу мөмкинлеге бирелде.
Ир-егеттәр Бүздәк ауылы физкультура-һауыҡтырыу яу яланында тактик медицина ярҙамы алымдарын өйрәнгән, автоматты ваҡытҡа һүтеп йыйыу буйынса күнекмәләр үткән. Егеттәр рух күтәренкелеге, яҡшы әҙерлек менән Пенза хәрби частарының береһенә юллана.
Гүзәл Борханова