Экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән комплекс Дим паркында урынлашҡан һәм ул тотош Рәсәйҙә ни бары 14 ерҙә генә.
Тиҙҙән ул парк менән бергә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, скейтборд, трюктар эшләү самокаттары, велосипедтар менән мауғыусылар әле үк был урынды үҙ иткән. Паркты асыу алды мәшәҡәттәре һәм уның үҙгәрештәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.
Уңға барһаң, ял итәһең, һулға боролһаң сәләмәт булаһың, урталыҡта күңел асаһың. Дим паркында хәҙер аҙашырмын тимә. Ҡапҡанан ингәс тә һәр зонаға юл күрһәткес оҙатып тора. Ә эскә үтеү менән ысынлап та, әкиәт иленә аяҡ баҫаһың. Һәр хәлдә парк үҙе мөғжизә шикелле тиҙ арала бөтөнләй икенсе төҫ алған.
Һәм ошондай зоналар Дим паркында етәү. Уйын, ял майҙансығы, йәшел зона, спорт менән шөғөлләнеү биләмәһе, тынлыҡ, туҡланыу урыны һәм сәхнә. Төрлө архитектур формалар, арт-объекттар тураһында һөйләп тораһы ла түгел.
Дим паркының ғорурлығы яңы барлыҡҡа килгән скейт-парк. Бындай майҙансыҡтар Рәсәйҙә лә бик һирәк. Экстремаль спорт яратыусылар Башҡортостан өсөн уникаль урынды яратып та өлгөргән. Хәйер, башҡа биләмәләрҙә лә парктың асылыуын көтөп тормай йәнлелек күҙәтелә.
Һәм барлыҡ яңылыҡ урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып тормошҡа ашырылған. Проектлаусылар Дим паркының бай тарихын да күҙ уңынан ысҡындырмаған. Ниндәйҙер элементтарҙы Дим районында йәшәүселәр ҡалдырыуҙарын һораған. Мәҫәлән, йәшеллекте.
Парк төҙөлөшө октябрь аҙағында тамамлана. Әле эшселәр биҙәү, хаталарҙы төҙәтеү менән мәшғүл. Рәсми рәүештә Дим паркы халыҡты 4 ноябрҙә ҡабул итә башлай.
Айнур Кәбиров