Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында реконструкция эштәре дауам итә

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә театрҙың эс яғы яңыртыла, төп бинаға 4 ҡатлы төкәтмә төҙөлә. Унда бәләкәй зал, ҡурсаҡтар музейы, театр кафеһы, оҫталыҡ дәрестәре өсөн студия урынлашыр тип көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким таныштыра.

Иретеп-йәбештереү эштәре геү килгән объектта төҙөлөштөң төп этабы. Эшселәр кирбес стеналарҙы күтәрә. Реконструкция тамамланғас Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында яңы тормош башланыр тип күҙаллана.

Күләмле үҙгәртеп ҡороу саралары сиктәрендә театрҙың эс яғы яңыртыла, бинаға дүрт ҡатлы төкәтмә төҙөлә. Ҡурсаҡ театры эргәһендәге күп ҡатлы йортта артистар өсөн ҡунаҡхана асыу ҙа ҡаралған.

Ҡурсаҡ театры «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөкләндерелә. Реконструкцияға республика һәм федераль бюджеттан 800 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Әлегә ҡурсаҡ театры танымаҫлыҡ хәлдә булһа ла, бер йылдан театр дуҫтарын, ғәҙәттәгесә, әкиәт иленә әйҙәр, тигән ышаныс тыуа. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры коллективы тамашасыларын яңыртылған бинала байытылған репертуар менән ҡаршы алып, яңы миҙгелен асыр тип көтөлә.

Флорида Ким