«Салауат Юлаев» Мәскәү «Спартагын» 5-2 иҫәбе менән еңде

Уйындың һигеҙенсе минутында Александр Кадейкин тәүге голды индерҙе.

Континенталь хоккей лигаһында йәш уйынсы Егор Сучковтың иҫәбенә бер мәрәй яҙылды. Тәнәфескә тиклем юлаевсылар ике мәрәй тупланы.

Ҡаршы команданан ике шайбаны ла Александр Хохлачёв индерҙе. Юлаевсылар иртәгә Череповецкиҙа «Северсталь» менән осраша. Матчты Башҡортостан юлдаш телеканалында төнгө сәғәт туғыҙ тула ун минутта ҡарағыҙ.

Рәмилә Исмәғилева