Һәм был ҡәтғи рәүештә үтәлергә тейеш. Ошо турала Рәсәй Президенты Владимир Путин хәүефһеҙлек Советы ултырышында белдерҙе.
Унда дәүләт башлығы илдә именлекте арттырыу буйынса ҡайһы бер саралар тураһында һөйләне. Ул Рәсәйҙең яңы 4 төбәгендә хәрби положение индерелеүе тураһында хәбәр итте. Бынан тыш, Украина менән сиктәш Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округҡа ҡараған субъектарҙа һәм төбәктәрҙә айырыуса режим ғәмәлгә инде.
Башҡа биләмәләрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда базалы әҙерлек режимы билдәләнгән. Президент указы менән барлыҡ субъект етәкселәренең өҫтәмә вәкәләттәре барлыҡҡа килде. Улар махсус хәрби операция шарттарында хәүефһеҙлекте һәм иҡтисадтың тотороҡло үҫешен һөҙөмтәле тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының ҡарарҙары буйынса бына ниндәй аңлатма бирҙе.
Башҡортостан мобилизацияға йәлеп ителеүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе федераль үҙәкте көтмәйенсә үҙе башлап ебәрҙе. Был төбәккә социаль көсөргәнешлек тыуҙырмаҫҡа булышлыҡ итте, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов
Шуға ла беҙҙең республикала мобилизация менән бәйле социаль көсөргәнешлек юҡ тиерлек. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү фонды булдырылды, көслө волонтерҙар корпусы ойошторолдо, киң күләмле мәғлүмәти эш алып барылды. Беҙҙең саҡырыуға төрлө дәрәжәләге депутаттар, бизнес йәмәғәт, республиканың битараф булмаған халҡы ҡушылды.
Илдар Байбулатов