Республика Башлығы социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы тауыш биреү иғлан иткән. Унда бәләкәй ауылдар ҡатнаша. Һәр кем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша инеп 12 ноябргә тиклем тауыш бирә ала. Бынан тыш, Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығына ябай хат яҙып ебәрергә мөмкин. Беренсе тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республиканан 130 ауыл һайлап алынды һәм бында 4G мобиль элемтәһе үткәрелде.