Объектты тантаналы асыу 26 октябрҙә Өфөлә көтөлгән «Урал энергетикаһы» Рәсәй энергетикаһы форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә үтә.
Ике көнгә иҫәпләнгән күләмле сарала Үзбәкстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Иран, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән, 15 төбәктән делегаттар ҡатнашасаҡ. Пленар ултырышта хәҙерге шарттарҙа электр энергетикаһы үҫеше мәсьәләләре тикшерелә.
Быйыл 28-се тапҡыр ойошторолған форумда тармаҡ предприятиелары экспозициялары тәҡдим ителә. Улар күбеһенсә беҙҙең илдеке, ти ойоштороусылар. «Инновациялар биләмәһе», «Старт биләмәһе» һымаҡ экспозицияларҙа техник вуздар, колледж студенттарының проекттары күрһәтелә. Энергетика компаниялары етәкселәре студенттар менән осраша.
Рәмилә Исмәғилева