Быйыл иҫтәлекле билдә менән диплом 38 яҡташыбыҙға тапшырылды. Өсөнсөгә уҙғарылған бәйгегә йомғаҡ «Торатау» конгресс-холлында яһалды. Йәмәғәт наградаһына лайыҡ булған өлгөлө атайҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Уҙған йәкшәмбе ил буйынса Атайҙар көнө билдәләнгәйне. Байрам кәйефе бөгөн дә дауам итә. Баш ҡалаға «Атай ҡаһарманлығы» конкурсы еңеүселәре саҡырылды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың һәр береһе үҙ тармағында абруйлы. Ғаилә башлығы сифаттары буйынса һәр кемгә өлгө булырлыҡ.
Абруйлы награда 2020 йылда Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы тарафынан булдырылғайны. Күп бала тәрбиәләп, сәләмәт тормош алып барған, йәмәғәт тормошо менән ҡайнап йәшәгән ир-уҙамандарҙы тәбрикләү сараһы ул. Конкурстың баһалама комиссияһы ағзалары билдәләүенсә, быйыл мәртәбәле бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр күп булған.
Бүләкләнеүселәр араһында иң йәше Шаран районы Наратаҫты ауылынан Тимур Яҡупов. Ҡатыны менән бергә ул ете бала тәрбиәләй.
Ғаилә башлығы янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләүҙән тыш, социаль приюттарҙа хәйриә акциялары, мәктәптәрҙә Ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғара. Шулай уҡ буш ваҡытында ретро автомобилдәргә реставрация яһау менән шөғөлләнә.
Бәйге еңеүселәре араһында Белореттан «Ҡатай ырыуы аҡһаҡалы» Нурулла Миһранов, Учалынан Мират Ғиззәтуллин да бар. Улар икеһе лә оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән.
Ысын ил батырҙары үҫтергән атайҙар ҙа йәмәғәт наградаһына лайыҡ булды. Ғәзиз улдары махсус операция барышында Ватан һағына баҫып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән.
«Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре өсөн ике сәғәтлек концерт программаһы әҙерләнгәйне. Улар алдында билдәле эстрада йондоҙҙары, үҙешмәкәр коллективтар сығыш яһаны.
Гөлназ Хәйбуллина