Ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығына оҙаҡ ваҡыт бер урындан ҡуҙғалмай ултырған, йә һүтелгән автомобилдәр тураһында дүрт меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Комиссия ағзалары һәр заявка буйынса айырым эшләп, транспорт сараларында иҫкәртеүҙәр ҡалдыра. Шулай уҡ мәғлүмәт сайтта, ваҡытлы матбуғатта ла баҫтырыла. Хужалары табылмай, сара күрелмәгән осраҡта, автомобилдәр эвакуациялана.
Машина штраф туҡталҡаға эвакуацияланһа,1500 һум түләргә тура киләсәк, шулай уҡ һәр тәүлеккә 50 һум хаҡ ҡуйылған. Өфөнөң автопарковка урындарын төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу буйынса учреждениеһы баш инженеры Салауат Ғәлләмов билдәләүенсә, ташландыҡ транспорт сараларының хужаларын асыҡлау буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла.