Башҡорт туңдырмаһы баҙарҙы яулай

Предприятие 2 йыл элек бөлгөнлөк сигенә еткәйне. Әммә финанс хәлде тотороҡландырыуға, етештереү ҡеүәттәрен заман талаптары буйынса камиллаштырыуға өлгәшелде.

Яңы ҡормаладар һатып алынды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәте ултырышында компанияның артабанғы үҫеш юлы ҡаралды. Йылына 10 мең тонна продукция етештереү пландары бар. Әммә бының өсөн модернизацияның икенсе өлөшөн тамамларға кәрәк.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һум кимәлендә иҫәплән. Әле предприятиела 56 төр тауар иҫәпләнә. Инвестор дәүләт ярҙамы алыуға өмөтләнә. Яңы етешетереү линияһы ҡорамалдарына тотнолған аҡсаның бер өлөшөн субсидиялау өсөн өҫтәмә килешеү төҙөргә теләй.

Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматындағы кәңәшмәләрҙе 2018 йылдың октябренән даими уҙғарып килә. Был алым күп мәсьәләре тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә бюрократия кәртәләрен урап үтеп туранан-тура Башҡортостан башлығына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар.

Әлегә Башҡортостан инвестиция комитетының 118 ултырышы уҙғарылған, уларҙа дөйөм күләме 900 миллиард һумлыҡ инвестицияларға иҫәпләнгән 472 проект ҡаралған. Тиҙҙән уларҙың һаны тағы ла артыуы ихтимал. Бөгөн уҙған кәңәшмәлә 4 инвестиция проекты дәүләт ярҙамына хуплау тапты.