Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 9 айҙа ҡаҙна 234 миллиард һумға тулыланған. Һалым йыйыу артҡан һәм федераль бюджеттан субсидиялар күберәк бүленгән. Тупланма ҡаҙна сығымы 226 миллиард һум булған. Аҡсаның 73,5 проценты социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн тотонола.