Киләһе аҙнала Төркиәнең Истанбул ҡалаһында "Евразия батшабикәһе" халыҡ-ара гүзәллек конкурсы үтә. Унда төрлө илдәрҙән 30-ға яҡын ҡыҙ ҡатнаша. Ярышта Башҡортостан исеменән Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһай. Ул Сибай ҡалаһында тыуған, 22 йәштә. Быйыл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Әле ҡыҙҙар Төркиәнең иҫтәлекле урындары менән таныша.