Өфө тирәләй тимер юл ҡулсаһы киләһе йыл төҙөлә башлай

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығының «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашыуында белдерелде.

Унда билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тимер юл транспорты менән файҙаланыусылар һаны артҡан. Шул уҡ ваҡытта йөк ташыу кәмей, әммә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда күпкә түгел.

Республикала өс йүнәлештә юғары тиҙлекле ҡала яны поездарының маршруттарын арттырыу, урау тимер юл ҡулсаһы төҙөү буйынса ла күләмле эш бара. Был «Рәсәй тимер юлдары» менән тығыҙ һәм берлектәге эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров.

Республика етәкселеге Өфө тимер юл вокзалы өсөн дә рәхмәт белдерҙе. Был объектты төҙөкләндереүҙең тәүге этабына1 миллиард һум инвестиция һалынған. Хәҙер уны илдең иң уңайлы һәм заманса тимер юл ҡапҡаһы, тип әйтергә мөмкин.

Әле Башҡортостанда юғары тиҙлекле ҡала яны поездарының хәрәкәтен көйләү буйынса Көнбайыш, Көнсығыш һәм Көньяҡ экспресс проекттары тормошҡа ашырыла. Пассажирҙар һанының күп булыуын иҫәпкә алып әле тағы бер заманса тимер юл транспорты алынған. Ул 1 декабрҙән маршуртҡа сыға.

Парктың яңырыуы ремонт эштәрен дә өҙөклөкһөҙ башҡарырға булышлыҡ итә. Осрашыуҙа юғары тиҙлекле ҡала яны поездарының маршрутын Магнитогорск һәм Сибай ҡалаларына тиклем һуҙыу мөмкинлеге лә ҡаралды.

Башҡортостан башлығы менән даими осрашып торабыҙ, йылына ике тапҡыр. Республика етәкселеге тарафынан иғтибар бирелеүе үҙ һөҙөмтәһен бирә. Йыл башынан алып тимер юлы менән файҙаланған пассажирҙар һаны 17-18 процентҡа артҡан. Өфө эсенә инмәйенсә, урау тимер юл ҡулсаһы проекты әҙерләнә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был өҫтөнлөклө проект, уны киләһе йылда тормошҡа ашыра башлайбыҙ.

Вячеслав Дмитриев, «Рәсәй тимер юлдары» акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы етәксеһе

Рәмзиә Кәримова