«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә Луганск халыҡ республикаһындағы хеҙмәт вахтаһынан ҡайтҡан медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр бүләкләнде. Дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.
Махсус операция башланғандан алып Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск халыҡ республикаһында халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Республиканан барған бригадалар составында табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, ашығыс медицина ярҙамы водителдәре лә бар.
Аҡ халатлыларға ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килә, әммә улар Гиппократ антына тоғро ҡалып, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы атҡара. Күптәр хатта, Красный Луч ҡалаһы дауаханаларында бер нисә вахтала эшләгән.
Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ерле халыҡ Башҡортостан бригадаһын көтөп ала. Сөнки оҙайлы йылдар дауамында Донбасс дауаханаларында табиптар етешмәгән, кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алмаған. Пациенттарҙы көн һайын иртәнән кискә тиклем ҡабул итергә тура килде, әммә эшләүе ауыр түгел, сөнки халыҡтың мөнәсәбәте шул тиклем йылы, ихтирамлы, ти медицина хеҙмәткәрҙәре.
Рәмзиә Кәримова