Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальонына – УАЗ машинаһы

Өфөнөң Нуғай ауылында йәшәүсе эшҡыуар ирекмән батальон хәрбиҙәренә ярҙам итеү маҡсатында УАЗ машинаһын һатып алған.

Тулы приводлы техника ҡарлы, юлһыҙ ерҙән дә үтә ала. Халыҡта «буханка» тип йөрөтөлгән транспортҡа кәрәкле документтар туплаған арала эшҡыуарҙың батальонға ярҙам итеүен белеп ҡалған кешеләр төрлө миҙгелдә йөрөй алырлыҡ тәгәрмәс һатып ала, тәҙрәһен ҡараңғылата. Техника домкрат, трос кеүек кәрәк-яраҡтар менән дә йыһазландырылған.

Тәүҙә, егеттәргә нисек ярҙам итә алам, тигән һорау тыуҙы. Күршем хәрби булғанға күрә, тап УАЗ машинаһы алырға булдым. Ул тулы приводлы, бирешә һалып бармай, ултырыр өсөн урындары ла күп.

Дарис Фәйзуллин, эшҡыуар

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән Шайморатов батальонына был УАЗ машинаһын отрядтың яугиры алып барасаҡ. Ул тыуған яғында госпиталдән һуң отпускала булған. Әле ул алыҫ юлға сығырға әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова