Өфөлә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар хәрби кәрәк-яраҡтар тегеү цехы ойошторған

Улар төп эшенән буш ваҡытта бергә йыйылып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы кейемдәр тегә.

Әле «Фәрештәнең алтын ҡулдары» Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусылар носилкалар эшләй. Ҡайыштан үрелгән еңел носилкалар бәрелештәр барған урындарҙа йыш кәрәк була, ти улар.

Төҫлө ҡәләмдәр менән ҡатын-ҡыҙҙар, әйтерһең дә, һүрәт төшөрә. Әммә был ижади түңәрәк түгел. Гүзәл заттар хәрби хәрәкәттәрҙә иң кәрәкле әйбер – носилкалар тегә. Тәүҙә селтәр өҫтәлдәге ҡалыпҡа һалына, һуңынан теген машинаһында нығытып ҡуйыла.

Һәр кемдең күңелендә күҙәтеүсенән ниндәйҙер аныҡ эш башҡарыусы рәтенә күсеү теләге уяналыр. Мин дә ситтә ҡалырға уйламайым. Шуға күрә төп эшебеҙҙән бушау менән ошонда киләбеҙ. Һөнәрем тегенсе түгел, әммә был эште белмәгән ҡатын-ҡыҙ юҡтыр.

Гөлнара Романова, ирекмән

«Фәрештәнең алтын ҡулдары» хәрәкәтен илдең баш ҡалаһында хәрби операцияға ҡушылған ирҙең ҡатыны ойоштора. Хәҙер инде уға төрлө ҡалаларҙан йөҙәрләп гүзәл зат ҡушылған. Өфөлә йәшәүсе Динә Ғәлиева ла ирекмәндәр сафына тәүгеләрҙән булып баҫа. Тәүҙә ул хәрби кәрәк-яраҡтарҙы өйөндә етештерә. Һуңынан баш ҡаланың тегеү фабрикаһы уға бушлай бүлмә һәм теген машиналары бирә.

Минең хәрби операцияға алынған бер кемем дә юҡ, әммә һалдаттарҙың барыһы ла кемдәрҙеңдер аға-ҡустылары, ирҙәре һәм яҡындары. Тәүҙә теген эше менән яңғыҙ булаштым. Һуңынан битараф булмаған дуҫтар йыйылды. Носилкаларҙы һалдаттарҙың һорауы буйынса әҙерләйбеҙ. Материалдарҙы хәйриә аҡсаһына һатып алабыҙ. Әле «Фәрештәнең алтын ҡулдары ирекмәндәре» 17 меңдән ашыу ошондай носилка етештерҙе.

Динә Ғәлиева, «Фәрештәнең алтын ҡулдары» ирекмәндәр хәрәкәтенең Өфөләге координаторы

«Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» ойошмаһы ирекмәндәре һалдаттарға йылы әйберҙәр етештерә. Был хәрәкәт тә тотош Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән. Өфөлә уларҙы ҡала хакимиәте эш бүлмәһе менән тәьмин иткән. Туҡыма, инструменттар менән дә ярҙам итә. Күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар материалдарҙы үҙ иҫәбенә һатып ала.

Был хәрәкәт Белгородта башланған. Интернетта уларҙың сайтына барып юлыҡҡас минең дә ошондай төркөм булдырғым килде. Төрлө социаль селтәрҙәр аша мөржәғәт итеп 180 ҡатын-ҡыҙҙы тупланым. Материалға аҡсаны ла башлыса үҙебеҙ йыябыҙ. Бында туҡыманы бесәбеҙ, өйгә ҡайтып тегәбеҙ.

Анна Фадеева, «Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ» Башҡортостан» хәрәкәте ойоштороусыһы

Әле ирекмәндәр һалҡындарҙан һаҡланыу өсөн снуд, йылы кофталар тегә. Һалдаттар бәйләп йөрөгән аҡ һәм георгий таҫмаларын әҙерләй. Кейемдәрҙең кеҫәләренә тәмлекәстәр, изге теләктәр яҙып хаттар ҙа һала. Иң мөһиме ил һаҡсыларының күңеле өшөмәһен, ти гүзәл заттар.

Айнур Кәбиров