Ярышта һаңғырау һәм ишетеү һәләте насар булған 18 йәштән 35 йәшкәсә йәштәр сығыш яһай. Чемпионатҡа Рәсәйҙең төрлө төбәгенән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан 350 егет һәм ҡыҙ килде. Бәйгеселәр көс һынашҡан майҙандан беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙма.
Аш бүлмәһендә эш ҡоралдары тауышы ғына сыға. Конкурсанттар бәшмәктән аш һәм балыҡтан икенсе аҙыҡ әҙерләй. Бәйгеселәргә ни бары өс сәғәт ваҡыт бирелгән. Ошо арауыҡта уларға ике төрлө аҙыҡты әҙерләп биҙәргә генә түгел, аш бүлмәһен дә йыйыштырып өлгөрөргә лә кәрәк.
Һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыштар баш ҡаланың бер нисә майҙанында ойошторолдо. Унда 34 йүнәлеш буйынса йәштәр белемен күрһәтте. Улар араһында биҙәүестәр яһау, визаж, сәскәнән композиция йыйыу, ағас эше, туризм һәм башҡа бик күп йүнәлештәр бар. Өфө ҡунаҡтары Сәриә һәм Анна ҡунаҡханала горничная һөнәре йүнәлеше буйынса көс һынашҡан.
Бәйгеселәрҙең эшен тәжрибәле белгестәр баһалай. Уларға конкурсанттар менән аралашырға ирекмәндәр ярҙам итә. Ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сурдотәржемәселәр курсын үткән. Биҙәүестәр эшләү – иң ауыр һынауҙарҙың береһе. Конкурсанттарға көмөштән сувенир сылбыр йыйырға кәрәк.
Быйыл бәйге йүнәлештәр йәһәтенән дә, ҡатнашыусылар күплеге менән дә уҙған йылдан айырыла – чемпионат кимәле күпкә юғары.
Конкурсанттарҙың эшен 150-нән ашыу белгес баһалай, аралашыуҙы еңелеәтеү өсөн 100-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителгән.
«Ландшафт дизайны» йүнәлешендә ҡатнашыусылар төҙөлөш материалдарын ҡулланып сәскә түтәле эшләргә тейеш. Өфө лимонарйы бәйгеселәр өсөн майҙансыҡ булдырған, төҙөлөш материалдарын әҙерләгән. Бәйгеселәр үҙ ҡарамағына бәләкәй сәскә баҡсаһын төҙөй.
Һөнәр оҫталығы милли чемпионатында Рәсәйҙең ҡырҡ дүрт төбәгенән йәштәр ҡатнаша. Өс көн дауамында улар баш ҡалала көс һынашасаҡ. Әммә ойоштороусылар билдәләүенсә, бәйгенең төп маҡсаты иң-иңдәрҙе билдәләү түгел, ә ишетеү һәләте булмаған йәштәрҙең мөмкинлектәренә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.
Лилиә Мәҡсүтова