Өфөлә Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы тәфтиш изоляторын тикшерҙе

Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһының яңы ағзалары Өфө ҡалаһы буйынса Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы идаралығының тәфтиш изоляторын тикшерҙе.

Комиссия ағзалары ғәйепләнеүселәрҙе тикшереү бокстарын, медицина ярҙамы күрһәтеү, душ бүлмәләре, аш-һыу таратыу пунктын, ҡаралтыны дезинфекциялау урынын ҡараны. Шулай уҡ изоляторҙа тороусы граждандар менән аралашты.

Киләһе аҙнала республиканың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы төбәктең тағы бер тәфтиш изоляторын тикшерәсәк.

Әлфинә Килдейәрова