Махсус операция ихтыяждары өсөн Координация советы яуаплы

Президент Владимир Путин ил хөкүмәте янында Координация советы булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул махсус операция ихтыяждары өсөн яуаплы була. Яңы структура  хәрбиҙәрҙе  кәрәк-яраҡ һәм техника менән тәьмин итеү буйынса саралар күрергә  тейеш. Уны премьер-министр Михаил Мишустин етәкләй.