Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү дауам итә

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты, Өфө эшҡыуарҙары союзы Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондары йүнселдәре менән берлектә мобилизацияланғандарға гуманитар ярҙам ойошторған. Был конвой дүртенсеһе. Кәрәк-яраҡтар тупланған ылауҙар Ҡазанға өс, Һарытауға бер тапҡыр ебәрелгән.

Зарядка ҡоролмалары, пауэрбанктар, рациялар, йоҡо ҡапсыҡтары, йылы кейемдәр һәм башҡа әйберҙәр йыйылған.

Рәмилә Исмәғилева