«Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған проект өҫтөндә эш ике йыл самаһы дауам иткән. Бөгөн Бармыш йылғаһындағы быуа танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Һыу ятҡылығы тирәләй тротуар һалыныуы урындағы халыҡ өсөн уңайлыҡ тыуҙырылған. Яңы балалар һәм спорт майҙансығы ла төбәк халҡының күңеленә хуш килер, тигән теләктә ҡала район етәкселеге.
Бармыш быуаһы биләмәһе яңыртылып ҡына ҡалмай, һыу ятҡылығы ла таҙартылған. Йәйге миҙгелдә махсус пляж эшләйәсәк. Бының өсөн төҙөүселәр яр ситенә ҡом түшәүҙе лә хәстәрләгән. Волейбол уйнау өсөн айырым майҙансыҡ булдырылған.
Әйткәндәй, проект сиктәрендә авторҙар быуа уртаһында фонтан эшләүҙе лә тормошҡа ашырған. Ул бигерәк тә кисен төрлө сағыу уттарға күмелә.
Азат Ғәлиуллин