Табиптар араһындағы профессор Ирек Сафин иҫтәлегенә арналған турнир 2005 йылдан алып уҙғарыла, әммә быйыл уның форматы бер аҙ уҙгәртелде.
Спорт майҙанына 35 йәштән өлкән ғәмәлдәге хирургтар, неврологтар, терапевтар һәм башҡа белгестәр сыҡты. Беҙгә , табиптарға эш әҙерәк булһын өсөн. Тап ошо маҡсат менән медицина хеҙмәткәрҙәре спорт майҙанына сыға. Сөнки сәләмәт кеше дауаханаға ла һирәк мөрәжәғәт итә.
Ә спорт менән шөғөлләнеү өсөн йәш айырмаһы юҡ. 35 йәштән уҙғандар киреһенсә, үҙ организмына булған иғтибарҙы көсәйтергә генә тейеш, ти улар.
Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығына арнап уҙғарылған турнирҙа 15 команда ҡатнашты. Йылдағыса күрше Татарстан футболсылары ла бар. Ҡайһы бер медицина учреждениелары йыйылма команда ла ойошторған. Турнир сәмле үтте, әммә был ярышта еңеүсе юҡ. Аралашыу, дуҫтар табыу, йәнгә рәхәтлек һәм тәнгә сихәт алыу үҙе ҙур еңеү , ти табиптар.
Айнур Кәбиров