Белем биреү акцияһы йыл һайын Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ойошторола. Диктант 3 ноябрҙән 8-нә тиклем miretno.ru сайтында үтә. 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Былтыр Башҡортостан этнографик диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Беҙҙең республиканан 341 меңдән ашыу кеше белемен һынап ҡараны.