Башҡортостандан ике проект агротуризм йүнәлеше буйынса федераль конкурста еңеп сыҡты

Кушнаренко районынан Әхсән Нәсибуллиндың “Һөт ранчоһы” проекты яҡынса 9 миллион һум грант ала. Баймаҡ районынан Динис Өмөтбаевтың “Башҡорт йәйләүе” проекты яҡынса 5 миллион һумға эйә була.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 “Агротуризм” конкурсына грантҡа 63 төбәктән 223 заявка ебәрелгән. Махсус комиссия 73 проектты һайлап алған. Быйылдан фермерҙар ауыл туризмын үҫтереү өсөн 3 миллион һумдан 10 миллионғаса грантҡа дәғүә итә ала.