Аҡһаҡалға йыр бүләк. Бер төркөм йәмәғәтселек вәкилдәре Белорет районы Урман-Рәүәт ауылында яңғыҙы йәшәгән Кинйәғол Сәлимгәрәевты тыуған көнө менән ҡотланы. Уға шәхси концерт ҡуйҙы һәм китап, журналдар бүләк иттеләр.
Кинйәғол Сәлимгәрәев өсөн шәхси тамаша. 9-сы тиҫтәһен тултырған уҙаман үҙ ғүмерендә концерт ҡарағаны булмаған. Тамаша Урман-Рәүәт ауылындағы берҙән-бер йортта үтә. Башҡорт эстрадаһы йондоҙо Искәндәр Ғәзизов ауылы һәм тыуған тамырҙарына тоғролоҡ күрһәткән замандашыбыҙ өсөн йырлай.
Кинйәғол Сәлимгәрәев перспективаһыҙ тип танылған ауылынан күсенеүҙән баш тарта. Ауылдаштары һәм яҡындары төрлө яҡтарға таралаша. Ғүмерен ул яңғыҙы, тыуған ауылы Урман Рәүәттә үткәрә.
Кинйәғол Сәлимгәрәев умартасылыҡ менән шөғөлләнә, солоҡ ҡорттарын ҡарай. Һунарсы булараҡ та танылған.
90 йәшен тултырған уҙаман тыуған ауылын ташлап китергә ашыҡмай. Замана ҡаҙаныштары ситтә торһон, минең донъям Урман-Рәүәтем, ти Кинйәғол Сәлимгәрәев
Рафиҡ Әхмәтшин