Башҡортостан башлығы Евразия күсмә халыҡтары музейының концепцияһын асты

Республика башлығы яңы туристик объекттың үҙенсәлектәре хаҡында бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә башҡа мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау, төҙкләндереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге лә тикшерелде. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостандың Шишмә районын күләмле төҙөлөш көтә. Тап ошо төбәктә Евразия күсмә халыҡтары музейын төҙөү ҡаралған. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, ул халыҡ-ара талаптарға яуап биргән мөһабәт тарихи, архелогик, фәнни комплекс буласаҡ. Ә объекттың төп үҙәге иһә Турахан музейы.

Белгестәр фекеренсә, был объекттар төбәктең иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһай. Быйыл файҙаланыуға тапшырылған «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы шуға асыҡ миҫал. Төбәк менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар артҡан, туризм үҫкән.

Республика башлығы билдәләүенсә, тарихи юбилейы алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһын да күләмле үҙгәрештәр көтә. Әле Өфөлә 900-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекты бар, уларҙың бер өлөшө төҙөкләндереү талап итә. Әле тарихи үҙәктә урынлашҡан Бухартовскийҙар, Тихониндар йортон яңыртыуға инвесторҙар табылған. Октябрь Революцияһы урамы ла яңы һулыш аласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге хаҡында ла һүҙ барҙы. Йыл аҙағына тиклем тайғаҡ юлдарға һибеү өсөн 94 мең тонна материал туплау ҡаралған, әле уның 63 проценты әҙер. Шул уҡ ваҡытта коммуналь техниканы ла ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү бара, махсус техниканың иҫәбе 2 мең ярым тирәһе, парк йыл һайын яңыртыла.

Башҡортостан башлығы ҡышҡы миҙгелгә ныҡлы әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы. Сөнки илке-һалҡы мөнәсәбәт юлдарҙың ҡарҙан ваҡытында таҙартылмауына һәм башҡа өҙөклөктәргә килтереүе ихтимал.

Рәмзиә Кәримова