Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары ҙур асыш яһаған!

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары дарыуҙарҙың “файҙалы” һәм “зарарлы” молекулаларын асыҡлау буйынса өр-яңы методика тәҡдим итә. Ул молекулаларҙың файҙалылығын баһалау буйынса теоретик прогноз яһауҙы аңлата. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Тикшереү үҙәгендә төрлө БАД һәм дауалау препараттары. Дарыуҙың ауырлығына ҡарап һыу ҡушыла һәм өс электрод тоташтырылған һауытҡа күсерелә. Тикшереүҙә иң мөһиме - яҡшы модификатор һайлау. Электрод менән реакцияға инеп, уның һиҙеүсәнлеге арта.

Анализлауға алынған препараттың «файҙалы» һәм «зарарлы» молекулаларын баһалау өсөн яҡшы модификаторҙы һайлау оҙайлы һәм ҡатмарлы эш. Шуға күрә химия фәндәре докторы Вакулин Иван Валентинович молекулаларҙың файҙалылығын баһалау буйынса теоретик прогноз яһауҙы тәҡдим итте. Миҫал булараҡ беҙ киң таралған модификаторҙар һайлап, уларҙан корреляция моделен эшләп сығарҙыҡ.

Руфина Зильберг, Башҡорт дәүләт университетының аналитик химия кафедраһы доценты, химия фәндәре кандидаты

Йылдан-йыл фармацевтика баҙары «файҙалы» молекулалар менән байытылған яңы препараттар менән тулылана. Уларҙың сифатын тиҙ арала тикшереү өсөн арзан ысулдар уйлап табыу мөһим. Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары тап  электрохимик анализ методы иң ҡулайлыһы тигән фекерҙә.

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары был өлкәлә 6 йыл шөғөлләнә, “файҙалы” һәм “зарарлы” молекулаларҙы асыҡлау буйынса фәнни мәҡәләләр ҙә донъя күрә. Дөйөм тырышлыҡ быға тиклем билдәле булмаған иң яҡшы модификаторҙы һайлау стратегияһын уйлап табырға мөмөкинлек бирә. Тикшереүҙәр өсөн препараттарҙы һайлауға айырыуса иғтибар бүленә.

Дарыухананан һатып алынған препараттар менән бер рәттән ябай өлгөләрҙе лә тикшерәбеҙ. Был беҙ уйлап тапҡан сенсор платформаһы ни тиклем дөрөҫ күрһәткәнен билдәләү өсөн кәрәк.

Юлиә Терес , Башҡорт дәүләт университеты аспиранты

Ғалимдар был асыш менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Киләсәктә улар модификаторҙарҙың төрлөлөгөн тикшерергә һәм әлеге моделде киңәйтергә иҫәпләй.

Әлфинә Килдейәрова