«Өфө Ҡырымы» торлаҡ комлексында алданған иғәнәселәр йорттарында эске биҙәү эштәре башланды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылы Сиктәге урам адресы буйынса ике күп фатирлы йорт төҙөүсе «Инвесткапиталстрой» 2019 йылда Башҡортостан арбитраж суды банкрот тип танығайны.

Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондының күҙәтеү советы тарафынан ике йортта ла төҙөлөш эштәрен тамамлау ҡарары сығарыла. Проблемалы объекттарҙа төҙөлөш-монтаж эштәре барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

 Иҫке Ҡыйышҡы ауылы Сиктәге урам адресы буйынса ике күп фатирлы йорттан торлаҡ һатып алған 100 иғәнәсе ниһәйәт еңел һулай ала. Ике йорт алдында ла төҙөлөш эштәре йәнләнгән. Махсус техника юл тигеҙләй, йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған ике ҡатлы бина һүтелә башлаған.

Махсус комиссия, был йорттарҙа тәүге подрядсы ойошма башҡарған төҙөлөштө  тикшергәндән һуң, ул дәүләт стандарттарына яуап бирмәй, тигән һығымта яһаған. Төҙөүселәргә түбәне яҡшылап ябырға, тәҙрәләрҙе алмаштырырға, фатир бүлемдәрен, иҙәнде нығытырға тура килгән. Бынан тыш, эске инженер һәм һыу селтәрҙәре, йылытыу торбалары яңынан ҡоролған.

   Ауырлыҡтарға ҡарамай, төҙөлөш эштәрен еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ. Күп стеналарҙы, иҙәндәрҙе нығытырға тура килде. Бөтө эштәрҙе нормаға килтереп башҡарҙыҡ. Әлеге ваҡытта тышҡы инженер селтәрҙәре һуҙыла.

Азамат Абдрахманов, подрядсы ойошманың баш инженеры

 Стеналар гипсокартон менән ҡабаттан бүленеп, оцинковкалы ҡалай менән нығытылған. Йорттарҙың тәүгеһендә  төҙөлөш эштәрен башҡарыусылар фатирҙарҙа эске биҙәү эштәрен теүәлләп,тиҙҙән дөйөм ҡулланыштағы  майҙандарға күсә. Икенсе йортта фасад йылытыла, эске биҙәү эштәре лә йылдам бара. 60 фатирлы ике йортто йылытыу өсөн автоматлаштырылған махсус ҡаҙанлыҡ ҡоролған. Модулле йылытыу системаһы инженер селтәрҙәренә тоташтырыуға әҙер, ти белгестәр.

Йорттар модулле ҡаҙанлыҡ ярҙамында йылытыласаҡ. Зәңгәр яғыулыҡ бирелеүен көтәбеҙ. Әлеге ваҡытта рәсми техник документтар тапшырыла. Күҙәтеү органдары ҡабул итеү менән ҡаҙанлыҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана.

Альберт Зиннәтуллин, «Уралэнергострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары

«Өфө Ҡырымы» торлаҡ комплексының Сиктәге урамы Ҡырмыҫҡа иләүен хәтеләтә. Төҙөлөштәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тотонған

65 эшсе көндәрҙең минутын да әрәм итмәйенсә, һөҙөмтәле эшләргә ынтыла.Сөнки уларҙың сифатлы эшен 100-ләгән иғәнәсе көтә.

Яңы подрядсы ойошма килеү менән төҙөлөштә эштәр күҙгә күренеп йәнләнгән.Ике йорт алдында уңайлы тротуарҙар, балаларға уйын һәм спорт майҙансыҡтары, автомобилдәргә парковкалар ҡороласаҡ. Ике объектта ла төҙөлөш эштәре 2023 йыл аҙағына тамамланыр, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова