Архитектур композиция баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙаны янында ғына урынлашҡан 35-се мәктәп алдына ҡуйылды.
Әлегәсә Рәсәйҙә бындай арт объект булғаны юҡ ине. Әммә ашнаҡсы һөнәренең дә беҙҙең йәшәйештә, киләсәк быуын тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнауын оноторға ярамай, ти һәйкәл ҡуйыусылар. Сөнки беҙҙең сәләмәтлек тә ризыҡҡа бәйле. Туҡланыу культураһы мәктәп ңэскәмейәһенән башланырға тейеш, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Айнур Кәбиров