Башҡортостанда төбәк социаль түләүҙәрен башҡарыу өсөн мобилизацияланған граждандарҙың уртаса ғаилә килемен хисаплағанда армиялағы эш хаҡы иҫәпкә алынмаясаҡ.
Был турала БЮТ телеканалында ойошторлған брифинг барышында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләне.
Башҡортостан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең балаларын колледж һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн түләйәсәк.
Был Ватан һаҡсыларының ғаиләләренә социаль ярҙам сараһы булараҡ раҫланған. Иҫәпләшеү өсөн махсус сертификаттар сығарыла. Республикала был төр ярҙам менән 100 мең самаһы студент файҙаланыр тип күҙаллана, тип белдерҙе брифинг барышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, социаль ярҙамға законлы никах теркәлгән осраҡта ғына дәғүә итә ала. Был турала брифинг барышында республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова иҫкәртте.