Башҡортсостанда мобилизация буйынса алынғандарҙың балалары шифаханала ял итә ала

Юллама баланың сәләмәтлегенә ҡарап бирелә, участка педиатрының тәҡдиме иҫәпкә алына. Неврология, тын юлдары ауырыуҙары буйынса диагноздар ҡарала. 14 йәшкә тиклемге ауырыу балалар шифаханаларға әсәләре менән бергә бара, өлкәнерәктәргә айырым юллама бирелә, тип хәбәр итәләр Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.