Башҡортостанда Рәсәй энергетика форумы барышында ҡояш электр станцияһы асыла

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “йәшел энергетика” объекты Ағиҙел ҡалаһында файҙаланыуға тапшырыла. Форум 26-28 октябрҙә уҙа. Унда Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Иран, Уганда илдәренән делегациялар ҡатнашыуы көтөлә. Хәҙерге шарттарҙа электр энергияһы инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе ҡарала. Беҙҙең республикала альтернатив энергетика үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Әле 6 районда ҡояш электр станциялары эшләй.