Унда һүҙ закон сығарыу органдарының эшмәкәрлеген һанлы форматҡа күсереү, парламент системаһына йәштәрҙе йәлеп итеү, ҡануни үҙгәрештәр хаҡында барҙы.
Ултырышта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, округ төбәктәренең Парламент етәкселәре ҡатнашты. Закон һағында тороусыларҙы борсоған төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Һанлы платформаға күсеү, айти технологияларҙы үҙләштереү – заман талабы. Бөгөн заман яңылыҡтары хатта иң төпкөл ауылдарға ла үтеп инә, халыҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» менән әүҙем файҙалана, документар әйләнеше берҙәм тәҙрә системаһы буйынса күп функциялы үҙәктәр аша бара, белем усаҡтары электрон көндәлек, интерактив ҡоролмалар, медицина учреждениелары онлайн сират менән ҡуллана.
Йәғни хәҙер бер өлкәне лә һанлы технологияларҙан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Парламент эшмәкәрлеге лә шул иҫәптән. Башҡортостан иһә заманса алымдарҙы үҙләштереүҙә лидер булып тора. Әлеге шарттарҙа мөһим ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итеү ҙә талап ителә, заман технологиялары ла был йәһәттән дә ярҙам итә.
Башҡортостандың һанлы форматтағы эш тәжрибәһе тураһында һөйләгәндә, миҫалға Республика менән идара итеү үҙәген килтерегә мөмкин. Был платформала тотош төбәктең социаль-иҡтисади тормошо ус төбөндәге һымаҡ күрергә була. Мәғлүмәттәр сәғәт, минут һайын яңырып тора, бында ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә, көндәлек яңылыҡтар ҙа сағылыш таба. Ҡунаҡтар фекеренсә, уңышлы тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә лә таратыу мөһим.
Ултырышта ҡануни эшмәкәрлеккә йәш быуынды йәлеп итеү хаҡында ла һүҙ барҙы. Башҡортостан Волга буйы федераль округында йәштәр һаны буйынса алдынғы урында. Шуға күрә төбәктәр йәштәр сәйәсәтенә етди иғтибар бирелә, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ла әүҙем эшләй. Улар тәҡдим иткән ҡануни башланғыстар республика, хатта федераль кимәлдә хуплау таба.
Радий Хәбиров фекеренсә, йәштәрҙең энергияһына, белеменә ихтыяж ҙур. Ә заман технологияларын күҙ уңында тотҡанда, йәш быуын-төп кәңәшсе һәм ярҙамсы. Шулай уҡ әлеге ҡатмарлы шарттарҙа айти технологияларҙы ҡулланыу ғына түгел, импортты алмаштырыу хаҡында ла һүҙ алып барырға кәрәк.
Рәмзиә Кәримова