Дүрт юғары квалификациялы белгес республиканың төрлө төбәктәренә ауыр хәлдәге пациенттарға ярҙамға сығасаҡ. Уларҙың эшен Санитар авиация бүлегенең яңыртылған автопаркы еңеләйтә. Республиканың иң тиҙ ярҙам хеҙмәте эше тураһында БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Диспетчер хеҙмәтендә тәүлек әйләнәһенә телефон тауышы тынмай. Фельдшерҙар республиканың төрлө төбәктәренән ашығыс ярҙам талап ителгән пациенттарҙан шылтыратыуҙар ҡабул итә. Ҡайһы бер көндәр айырыуса көсөргәнешле була, тороп һыу эсергә лә мөмкинлек булмай, тип уртаҡлаша диспетчерҙар.
Көнмө, төнмө – водителдәр һәр ваҡыт әҙерлек сафында. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының санитар авиация бүлеге ҡарамағында 6 берәмек машина, 2 вертолет иҫәпләнә. Техника cирленең хәленә ҡарап, тәғәйенләнә. Санитар авиацияла 30 йыл тәжрибәһе булған водитель тәү сиратта эшеңде яратырға кәрәк тигән фекерҙә
Санитар авиация һауа траснпорты менән быйыл 169 пациентҡа ашығыс ярҙам күрһәткән. 2020 йылда дауахана вертолетты яңыртыуға ирешкән, ә уҙған йылда санитар авиация автопаркы Ҡазанда етештерелгән тағы ла бер «Ансат» осоусы реанимобиль менән тулылалған.
Йыл аҙағына тиклем Санитар авиация бүлегендә 20-гә яҡын осош күҙаллана. Яңыртылған һауа транспорты кеше ғүмерҙәре һағында тора.
Лилиә Мәҡсүтова