Сара «Һәнәк» журналы баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова башланғысында «Ҡаһарман» тип исемләнгән арт-коучинг тарафынан ойошторолдо. Ойоштороусылар проектҡа тәҡдим ителгән 8 тиҫтәләп эш араһынан егермеһен һайлап алған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Проектта ҡатнашыусыларҙы иң тәүҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков сәләмләп, йәштәрҙе башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урын алырҙай әҫәрҙәр ижад итергә саҡырҙы. Проекттың маҡсаты ла йәш таланттар асыуға нигеҙләнә.
Йәш яҙыусылар өсөн «Ҡаһарман» арт-коучингы беренсе тапҡыр ойошторолдо. Шуға ҡарамаҫтан, унда ҡабул ителгән ҡулъяҙмалар 8 тиҫтәнән ашҡан. Был әҫәрҙәр буйынса башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге турһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк булһа ла, уның киләсәге өмөтлө булыуында шик юҡ, ти ойоштороусылар.
«Ҡаһарман» арт-коучингын үткән йәштәрҙең ижади эштәре менән яҡын арала республика матбуғаты аша танышырға мөмкин буласаҡ.
Азат Ғәлиуллин