Башҡортостан театрҙарының Өфөләге гастролдәре дауам итә

Бөгөн баш ҡала сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры сығыш яһаны. Ике көнгә иҫәпләнгән ижади сәфәр барышында сибайҙар күптән түгел репертуарға ингән әҫәрҙәрен тәҡдим итә.

Бөгөн ижади коллектив, Ярослава Пулиновичтың Риф Сәйфуллин тәржемәһендәге башҡорт театр сәнғәтен шаулатҡан әҫәрен сәхнәләштерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.