Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы Президенты Александр Шохин республикала мәшғүллекте тәьмин итеү буйынса ҙур эш башаҡарылыуын билдәләне.
Был турала ул төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Дәүләт эшмәкәре әйтеүенсә, сәнәғәт өлкәһе, ғөмүмән иҡтисад яңы ысынбарлыҡҡа тиҙ яраҡлашты һәм Башҡортостан да заман шарттарында һөҙөмтәле аҙымдар яһаны.
Республика етәксеһенең иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләренә тематик сәғәттәр бағышлауы ла юғары күрһәткестәргә ирешеү мөмкинлеге бирҙе. Башҡортостан икенсе йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса тотош илдә беренсе урында ала.
Осрашыу һуңында Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй һәм республиканың сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзыдары араһында килешеү төҙөлдө. Документ төбәк предприятиеларында заманса технологиялар индереү, социаль партнерлыҡ институтын үҫтереү һәм инвестиция климатын яҡшыртыуҙа хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.