Республика Хөкүмәте ултырышында программа үтәлеше ҡаралды. Ул 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Былтыр тармаҡҡа 263 миллион һум тапшырылды. Аҡса ҡорамалдар һәм сеймал һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға тотонола. Программа компаниялар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тапҡан. Шуға ул быйыл да дауам итә. 45 компания компенсация юлларға ниәтләй, тип белдерәләр Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан.