Башҡортостан Хөкүмәтендә Бөтә Рәсәй турнирына әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Ярыш Өфөлә 25-27 ноябрҙә ойошторола. Унда 20 төбәктән 200-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашыуы көтөлә. Республика Башлығы указына ярашлы, элекке вице-премьер, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса ярыш 2019 йылдан уҙғарылып килә.