Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары минераль ашламаны күберәк туплаған

94 мең тонна запас әҙерләнгән. Был уҙған йылдағынан 17 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйылғы рекордҡа тиң уңыш ашлама индереүгә лә бәйле. Хужалыҡтарҙың минераль өҫтәмә  алыуға сығымдарының бер өлөшөн республика ҡаплай. Бюджеттан 300 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.