Масхус операцияла ҡатнашыусылар кейем-һалым һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителә

Ил хөкүмәте өҫтәмә саралар тураһында ҡарар ҡабул иткән, тейешле аҡса бүленгән. Был турала армия ихтыяждары буйынса координация советы ултырышында премьер-министр Михаил Мишустин белдерҙе. Ул шулай уҡ Оборона министрлығына хәрбиҙәргә түләүҙәр өсөн финанс  күсерелеүе тураһында  хәбәр итте. Быға тиклем Владимир Путин һәр хәрбигә айына кәмендә 195 мең һум түләнергә тейешлеге тураһында  белдерҙе.