Башҡортостандан мобилизация буйынса алынған өс балалы атайҙар өйҙәренә ҡайтарыла

Балаҡатай районынан ике хәрби өсөн хеҙмәт тамамланды. Улар Свердловск өлкәһендә әҙерлек үткән урынынан ҡайтарылды. Башҡортостанда өс балаһы булған 200-гә яҡын кешене мобилизацияланған урынынан кире саҡырып алыу көтөлә. Республикала өлөшләтә мобилизация был аҙнала тамамлана. Хәрби комиссар Михаил Блажевич белдереүенсә. йомаға тиклем ҡораллы көстәргә саҡырыу буйынса бөтә саралар туҡтатыла. Повесткалар тапшырылмай тине ул. Киләһе аҙнала иһә ил буйынса армияға мотлаҡ саҡырылыш башлана.