Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. “Порошок составы менән айырыла. Үҫемлектәр нигеҙендә эшләнгән май урынына пальма майы ҡулланыла. Киләсәктә “Зифа Хәләл” Башҡортостан һәм Рәсәй сауҙа кәштәләренә сығарыла, Берләшкән дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Продукцияны Төркиә, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа дәүләттәргә оҙатыу ҡарала. Стәрлетамаҡ кер йыйыу порошогын етештереү цехы 2020 йылда тергеҙелде. Яңы эш урындары булдырылды, яңы идеялар барлыҡҡа килде. Бөгөнгө иҡтисад шарттарында был бик мөһим", - тип яҙған Радий Хәбиров.