Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә популяр башҡорт эстрада йырсыһы, яҡташыбыҙ Бибисара Мостафа ҡыҙының хәтер кисәһе үтте. Уға быйыл 73 йәш тулған булыр ине.
Заманында район үҫешенә тос өлөш индергән һәләтле хужалыҡ эшмәкәре, яҡшы ойоштороусы, абруйлы етәксе булған Бибисара Мостафа ҡыҙын тыуған яғында ғына түгел, республикала ла, унан ситтә лэ белмәгән кеше һирәктер. Баймаҡ ҡалаһының һыра заводына өйрәнсек булып эшкә килгән ҡыҙ завод директоры дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, унда 30‐йыл фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Яҡташтары , туғандары уны тик ихтирам менән хәтергә ала.
Бибисара Азаматова бала сағынан йыр- моңға ғашиҡ булып үҫә.Уның үҙенсәлекле түбән ‐моңло тауышы бик күптәрҙе әсир итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙешмәкәр йырсы булып китеүенә йоғонто яһай. Үҙенең ижад дәүерендә йырсы биш концерт ҡуя, алты аудио альбом сығара. «Йыл йыры», «Юлдаш Йыры», «Башҡорт йыры» конкурстары лауреаты.
Ижадташ дуҫтары, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары әҙерләгән хәтер кисәһе ысынында Бибисара апай менән осрашыу булды. Уның йырҙары әле лә халыҡ күңеленең иң түрендә йәшәй.