Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында уҙғарылған сарала өлкәндәр кескәйҙәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Юл саты – иң йәнле урын һанала һәм йәйәүлеләрҙән айырыуса ҙур иғтибар талап итә. «Йондоҙло» балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмдәре өсөн тәрбиәселәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нығытыу маҡсатында ҡала үҙәгендә урынлашҡан юл сатына экскурсия ойошторҙо.
Юл ҡағиҙәләре менән танышыу балалар баҡсаһы программаһында мөһим урын алған һәм тәрбиәләнеүселәр уны даими ҡабатлап тора. Бала хәүефһеҙлеге беҙҙең уртаҡ бурыс икәнен дә оноторға ярамай, ата‐әсәләргә лә юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү мөһимлеген, уларҙы үҙ өлгөһөндә нығытыу мөһим.
Тамсы тама‐тама таш тишә, тигәндәй, балалар менән әңгәмә ваҡытында уларҙың күптәре юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеүе һәм үтәүе асыҡланды‐был хуплауға лайыҡ.