Һөнәри темаларҙы һәм тормош һабаҡтарын үҙ эсенә алған үҙенсәлекле сара Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында бара.
Ул Рәсәй Мәғариф министрлығы һәм «Белем» йәмғиәте тарафынан ойошторолған. Өс көн дауамында барған форум сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойоштороу ҡаралған.
Йәштәр алдында билдәле эксперттар сығыш яһай. Улар ҡатнашыусыларҙы интеллектуаль бәхәс ҡороға, күмәк кеше алдында телмәр тоторға, эске шик-шөбһәләрҙе, ҡурҡыуҙы еңергә өйрәтә. Сараның хэдлайнерҙары булып илдең билдәле сәнғәт әһелдәре Дмитрий Дюжев менән Сергей Жигунов сығыш яһай.
Форумдың тағы ла бер үҙенсәлеге – йәштәр эксперттар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә ала. Ойоштороусылар фекеренсә, «Яңы офоҡтар» ысын мәғәнәһендә киң мөмкинлектәр аса. Сөнки йәштәр алдында төплө белем алыу ғына түгел, аудитория менән эшләү, белгәнеңде еткерә алыу бурысы ла тора.
Рәмзиә Кәримова